Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ноябрь 2022, 22:13

Владимир Путин: 318 мең кеше мобилизацияланған...

Рәсәйҙә иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация буйынса 300 мең кешене саҡырырға тейештәр ине. Ә ниңә артыҡ һуң?

Владимир Путин: 318 мең кеше мобилизацияланған...
Владимир Путин: 318 мең кеше мобилизацияланған...
Рәсәй Президенты бөгөн Минин һәм Пожарский һәйкәленә сәскә һалғанда белдереүенсә, махсус хәрби операция өсөн мобилизацияланыусылар һаны 318 меңгә еткән. 
"Ни өсөн 318 меңме? Сөнки ирекле рәүештә, үҙҙәре теләп ҡушылыусылар күп", - тип аңлатҡан ил башлығы был һанды. 
Владимир Путин әле уларҙың 49 меңе хәрби бурыс үтәүен әйтте. Ҡалғандар әҙерлек үтә.
Иҫән-һау ҡайтһындар!
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: