Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ноябрь , 14:43

Тағы 482 кеше сирләгән

 Башҡортостанда үткән тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны 482 кешегә артты.

Тағы 482 кеше сирләгән
Тағы 482 кеше сирләгән

 Шуларҙың 227-һе дауаханала дауаланыу курсы үтә.  Өс пациент үпкәне яһаплма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.  2630 кеше өйҙә  килеш сиргә ҡаршы көрәшә.  Шуныһы һөйөнөслө: үлем  осрағы теркәлмәгән, 319 кеше был сирҙән имен-аман һауыҡҡан.

Ковидҡа ҡаршы вакцина эшләтеү ҙә дауам итә. Бөгөнгө көнгә уның беренсе компонентын   – 3 242 891, икенсе компонентын 2 978 591 кеше эшләткән.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас в