Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ноябрь 2022, 14:19

Иң яҡшы тынысландырыу саралары

Тынысһыҙланып, күңелде хәүеф тойғоһо һәм борсоулы уйҙар биләп алғанда түбәндәге дарыуҙар ярҙам итер.

Иң яҡшы тынысландырыу сараларыИң яҡшы тынысландырыу саралары
Иң яҡшы тынысландырыу саралары

Иң яҡшы тынысландырыу саралары 1. «Венлаксор» – кире эҙемтәләре бөтөнләй тиерлек булмаған антидепрессант. Тиҙ арала ҡаты депрессиянан арынырға ярҙам итә. 2. «Бусперон» – көслө дарыу. Хәүеф тойғоһон баҫа. Уның писхикаға зыяны юҡ, водителдәргә лә, имтихан алдынан студенттарға ла ҡулланырға ярай. 3. «Гидазепам» – йомшаҡ ҡына йоҡо дарыуы. Әммә уны бер айҙан артыҡ эсергә ярамай, өйрәнеү барлыҡҡа килә. 4. «Зипрекса» – бик тиҙ ярҙамы тейә, етди кире эҙемтәһе юҡ. 5. «Имован» (сонап, сомнол, сонаван) – иң яңы йоҡо дарыуҙары. 6. «Паксил» – антидепрессант, паникананан, ҡурҡыуҙан, бәйләнсек уйҙарҙан арынырға ярҙам итә. Анорексиянан да файҙаһы бар. 7. «Праместар» – хәтерҙе яҡшырта һәм мәғлүмәтте тиҙ генә иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә. 8. «Рисполепт»тың йоғонтоһо оҙаҡ. Уңайлы, ауыҙҙа кәнфит кеүек кенә иреп бөтә. 9. «Сульпирид» («Эгланил») – бер үк ваҡытта нервыны ла, ашҡаҙанды ла дауалай. Тағы бер ыңғай яғы – һөҙөмтә көнөндә үк беленә. 10. «Финлепсин» – тән тартышыуын һәм невритты дауалай, кәйефте көйләй. Был дарыуҙарҙы бөтә кешегә лә ҡулланырға ярамай, мотлаҡ белгес менән кәңәшләшергә кәрәк.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас