Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ноябрь 2022, 21:00

Өфөлә водителдәрҙе тикшереү башланды

4-се һәм 5 ноябрҙә Өфөлә водителдәрҙе тикшереү ойошторола. Был хаҡта ЮХХДИ-нан хәбәр иттеләр.

Өфөлә водителдәрҙе тикшереү башланды
Өфөлә водителдәрҙе тикшереү башланды

Хоҡуҡ һаҡлаусылар ял көндәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе тикшерә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре руль артында иҫерек водителдәрҙең булмауын ныҡлы күҙәтә. Бынан тыш, пассажир балаларҙы дөрөҫ йөрөтөүгә лә иғтибар бүленәсәк.

«Иғтибарлы һәм һиҙгер булығыҙ! Хәүефһеҙлек ҡайыштарын файҙаланығыҙ, арауыҡты һаҡлағыҙ, иҫерек килеш юлға сығыуҙан тыйылығыҙ», - тип иҫкә төшөрҙөләр ЮХХДИ-да.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: