Дүрт ай дауамында өс ир төрлө ысулдар менән 48 йәшлек эшҡыуар ҡатынға зыян килтергән, үс алыу менән янаған. Таксистар маршрут буйынса йөрөй алмаһын өсөн, уларҙың машина тәгәрмәстәрен тишкән, автомобилдәрен бикләгән, трассала ҡыуып етеп, пассажирҙарҙы үҙҙәренең машинаһына күсереп ултыртҡан... Хатта, эшҡыуар ҡатындың исеме яҙылған венокты уның машинаһы капотына ҡуйып киткәндәр. Енәйәтселәр ҡатындан яҡынса 13 миллион һумлыҡ бизнесты һәм өҫтәмә рәүештә 2 миллион һум аҡса талап иткән. Әлеге ваҡытта енәйәт төркөмөн ойоштороусы һаҡ аҫтына алынған. Енәйәтселәрҙең тағы береһе өйөндә һаҡ аҫтында ултыра, ә икенсеһе - федераль эҙләүҙә.
Енәйәт эшен тикшереү дауам итә, ҡылынған енәйәттәрҙең барыһы ла асыҡлана.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.