Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2022, 14:30

Юл фажиғәләре - 2 ноябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике өлкән кеше һәм өс бала һәләк булған, 14 кеше төрлө йәрәхәттәр алған... 

Юл фажиғәләре - 2 ноябрь
Юл фажиғәләре - 2 ноябрь

Иртән Баймаҡ районында, Баймаҡ-Түбә автомобиль юлының 2-се саҡрымында, 24 йәшлек егет "Hyundai Accent" машинаһында боролошта юлдан осоп түңкәрелгән. Водитель ваҡиға урынында йән биргән. Ул, үкенескә, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән булған... Әле хәлде тикшереү бара.

Көндөҙ Дәүләкән районында, Шишмә-Аксенов-Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 64-се саҡрымында, фаразланыуынса, Өфө районынан 37 йәшлек ир "Mazda Millenia" машинаһында уҙыу тыйылған ерҙә тәүҙә ыңғай барған "КамАЗ"ға бәрелгән, унан һуң - ҡаршы килгән "Лада Ларгус"ҡа. Үлемесле йәрәхәтләнгән "Лада" водителе вафат булған.

Ауыр йәрәхәтләнгән "Mazda" водителе һәм уның 33 йәшлек ҡатыны, 9 йәшлек һәм 2,5 айлыҡ ҡыҙҙары дауаханаға оҙатылған. Һуңғараҡ яңы тыуған сабый дауаханала йән биргән... Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара, бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән.

Кисен Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылы янында 32 йәшлек ир "Кia Riо" машинаһында ике бәлиғ булмаған велосипедсыны бәрҙергән. Юл-транспорт ваҡиғаһында 14 һәм 16 йәшлек балалар алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр, иғтибарлы булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, транспорт сараһы менән идара иткәндә һауа шарттарын һәм юл япмаһы торошон иҫәпкә алығыҙ, зинһар.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: