Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2022, 09:14

Тырыштар йүнен таба

Бәләбәй районының Приют ҡасабаһы эшҡыуары етештергән бирсәткәләргә ихтыяж ҙур.

Тырыштар йүнен таба
Тырыштар йүнен таба
35 йәшлек эшҡыуар Алмаз Сәйетгәрәев БДАУ тамамлап, бер нисә йыл алдынғы хужалыҡта баш инженер булып эшләгәндән һуң, үҙ эшен асырға ҡарар иткән. Бер нисә етештереү йүнәлешен тикшереп, өйрәнеп, эш бирсәткәләре тектерергә ниәтләгән. Тәүҙә ошо тармаҡты ентекле өйрәнгән, төрлө төбәктәрҙәге предприятиелар эше менән танышҡан, хатта буласаҡ һатып алыусыларын хаҡында мәғлүмәт туплаған.
Быйыл февралдә беренсе станогын һатып алған һәм атаһы ярҙамында урынлаштырып, яҡындарынан хуплау алып, эшкә тотонған. Торараҡ тағы ла ҡорамалдар алған. Эшҡыуар район хакимиәтендәге "Эшҡыуар сәғәте"ндә лә ҡатнашҡан. райондың эшҡыуарҙарға ярҙам фондынан займ һәм муниципаль программа буйынса субсидия ла алған.
 
– Конкуренция в сфере производства рабочих перчаток с ПВХ – высокая. Сами понимаете, есть крупные предприятия которые могут позволить себе реализовать продукцию с низкой рентабельностью, иногда даже с нулевой. В нашей республике имеется несколько цехов. Стараемся брать качеством! Среди наших заказчиков – строительные компании и сервисные центры нашей республики. Партнеры высоко оценили предложенный нами зимний вариант рабочих перчаток. Хотим разработать свой фирменный знак, чтобы белебеевская продукция была узнаваемой на рынке. С нового года намерены создать одно рабочее место, – ти Алмаз Хәмзә улы.
Уңыштар!
Фото: Бәләбәй районы хакимиәтенән.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: