Заманса сәйәсәт проблемаларын тикшереү институты директоры Антон Орлов мобилизацияланғандарҙың балалы ҡатындарына өҫтәмә ял көндәре биреү тәҡдиме менән РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрылығы Антон Котяковҡа хат юллаған.
Орлов фекеренсә, ҡатындар балалары менән яңғыҙ ҡалған, тимәк, уларға өҫтәмә хәстәрлектәр ҙә бар: көнкүреш мәсьәләләрен үҙаллы хәл итеү, баланы уҡытыу, тәрбиәләү, төрлө түләүҙәр һ.б.
"Шуға ла өлөшләтә мобилизация буйынса ирен хеҙмәткә оҙатҡан һәм 14 йәшкә тиклемге балалары булған ҡатындарға Яңы йыл алдынан 26 - 30 декабргәсә эш хаҡын һаҡлау талабы менән өҫтәмә ял бирергә кәрәк", - тиелә мөрәжәғәттә.