Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2022, 08:30

Социаль стипендияны нисек юлларға?

 Етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһына ингән студенттар йәки улар иҫәбенән булған кешеләр өсөн - загс органдарынан алынған документ йәки суд ҡарары социаль стипендия түләү өсөн нигеҙ булырға мөмкин.

Социаль стипендияны нисек юлларға?
Социаль стипендияны нисек юлларға?

Инвалид студенттар өсөн - медик-социаль экспертиза органдарынан белешмә нигеҙ була ала. Документтарҙы деканатҡа, бухгалтерияға, профкомға, уҡыуҙан тыш йәки социаль эш бүлегенә тапшырырға кәрәк - төрлө юғары уҡыу йорттарында стипендия тәьминәте мәсьәләләре менән төрлө бүлектәр шөғөлләнә.

- Аҙ тәьмин ителгәндәр дәүләт социаль ярҙамын тәғәйенләү тураһында документ алыу өсөн студенттың йәшәгән урыны буйынса Күп функциялы үҙәккә йәки халыҡты социаль яҡлау органының урындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итә. Һуңынан ошо документ менән деканатҡа баралар.

- Башҡа категория студенттары университеттың стипендиялар тәғәйенләү өсөн яуаплы структур бүлегенә мөрәжәғәт итә.

- Дәүләт социаль ярҙамы алыусы студенттар өсөн:

  юғары уҡыу йортонан уҡыу һәм стипендия күләме тураһында белешмә алырға;

  бөтә ғаилә ағзаларының килеме тураһында документтар йыйырға;

  документтар менән Күп функциялы үҙәккә йәки йәшәгән урының буйынса халыҡты социаль яҡлау органына мөрәжәғәт итергә;

  социаль ярҙамды рәсмиләштереүҙе раҫлаған документ алырға;

  дәүләт социаль ярҙамы алыу тураһындағы әлеге документты уҡыу йортоноң тейешле профилле структур бүлексәһенә алып барырға кәрәк.

Социаль стипендия документтар тапшырылған көндән тәғәйенләнә һәм айына бер тапҡыр түләнә. Был стипендия студенттың нисек өлгәшеүенә бәйле түгел һәм студенттың бер йәки бер нисә фән буйынса бурысы булған осраҡта ла түләнә. Студентты уҡыуҙан сығарһалар, түләү туҡтатыла.

Академик отпускыла саҡта студентҡа социаль стипендия түләнәме - аңлатма ошонда.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: