Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2022, 15:58

Радий Хәбиров Дим биҫтәһенең үҙәк паркы тураһында һөйләне

Төбәк етәксеһе соцселтәрҙәрҙә яҙып үтеүенсә, былтыр Өфөлә ҡайһы парктарҙы төҙөкләндереү кәрәк тигән һайлап алыуҙа Димдең үҙәк паркы күп тауыш йыйған. Вәғәҙә ителгәндәре үтәлгән - йәмәғәт ял итеү урынын яңыртыуҙа эштәр тамам.    

Радий Хәбиров Дим биҫтәһенең үҙәк паркы тураһында һөйләне
Радий Хәбиров Дим биҫтәһенең үҙәк паркы тураһында һөйләне

- Димдәге парк 1950 йыл тирәһендә асылған. Ул мәлдә ял итеү өсөн берҙән-бер майҙансыҡ булған. Проект әҙерләгәндә уның авторҙары - Башҡортостандың ҡала-ауылдары үҫеше институты урындағы халыҡтың кәңәштәрен йыйған һәәм парктың барыһына ла ҡыҙыҡ булырлыҡ икәнен күҙ уңында тотҡан.

Әле бында сәхнә һәм алдында майҙансыҡ бар - бында ҡышын каток ҡорорға мөмкин. Ял итеү һәм былай йөрөү өсөн, спорт менән шөғөлләнеүселәргә, скейт урыны менән йәштәргә, балаларға зоналар бүленгән. Шулай уҡ юлдар һалынған, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм урналар, видеокүҙәтеү һәм хәбәр итеү ҡоролмалары ҡуйылған, аҙ мобилле граждандарға һәм коляскалы әсәйҙәр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Был минималь стандарттан беҙ ситкә тайпылмайбыҙ - йәмәғәт киңлектәре барыһы өсөн дә хәүефһеҙ булырға тейеш, - тигән Р.Хәбиров. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: