Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2022, 20:30

Һәр ваҡыт рәхмәтле булығыҙ!

«Миллионер кеүек уйла» китабында матди хәлен яҡшыртырға теләүселәр өсөн ошо практиканы ҡулланып ҡарарға кәңәш ителә.

Һәр ваҡыт рәхмәтле булығыҙ!
Һәр ваҡыт рәхмәтле булығыҙ!
  1. Маҡтау һүҙен кемебеҙ генә яратмай! Кемдер беҙҙе маҡтаһа, шул хәтлем иреп китәбеҙ ҙә үҙенә йылы, матур һүҙҙәр яуҙырырға тотонабыҙ. Баҡһаң, улай эшләргә кәңәш ителмәй, рәхмәт тип кенә әйтергә кәрәк икән. Ни өсөнмө? Маҡтауҙы ҡабул итеп өлгөрмәйенсә, әйткән кешенең үҙенә  кире бороп ебәрәбеҙ.
  2. Табып алынған йәки кемдер биргән аҡсаны, башҡа төрлө дәүләт түләүҙәрен ҡыуанып ҡабул итегеҙ. Шул уҡ ваҡытта рәхмәт әйтергә лә онотмағыҙ.
  3. Үҙегеҙҙе иркәләп, күңелегеҙҙе күтәреп, айына бер тапҡыр булһа ла массаж йә маникюр, педикюр яһатырға барығыҙ. Йә булмаһа, үҙегеҙҙе бай итеп хис итеп, ҡиммәтле төшкө йәки киске ашҡа заказ бирегеҙ. Шундай тойғолар кисереп, йыһанға етеш йәшәүебеҙ хаҡында хәбәр ителәсәк һәм беҙгә яңы мөмкинлектәр асыласаҡ.

Беҙҙең нимә уйлауыбыҙ, эске донъябыҙ тормошобоҙҙа ла сағылыш таба. Ысынлап та, үҙегеҙ ҙә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр әле: кемдер һәр ваҡыт, аҡсам юҡ, тормошом ауыр, тип зарлана, уның йәшәүе тағы ла хөртәйә, насарая төшә. Ә кемдер булғанына шөкөр итеп, һәр ваҡыт килгән аҡсаға рәхмәт әйтеп йәшәй, уның аҡсаһы ла бәрәкәтле була.

Ҡыҙыҡлы булһа, тағы ла ошо аҡса, финанс темаһына һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: