+18 °С
Болотло
Һуңғы тәүлектә генә 235 кешенең был сир менән зарарланыуы асыҡланған. Әлеге ваҡытта 180 кеше дауаханала ковидтан дауалана. Шуларҙың 9-ы – ауыр хәлдә, бер пациент үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кеше үлгән. 2490 кеше амбулатор рәүештә сиргә ҡаршы көрәшә.
Тәүлек эсендә 418 кешенең был сирҙән имен-аман һауығыуы теркәлгән.
Шулай уҡ тәүлек эсендә 12 кешенең дауахананан тыш пневмония менән сирләгән. 16 пациент иһә был ауырыуҙан һауығып, аяҡҡа баҫҡан.
Республикаға ковидҡа ҡаршы бөтәһе 3 506 948 доза вакцина алынған. Вакцинаның тәүге компонентын 3 403 888 кеше эшләткән. 3 217 622 кеше иһә тулыһынса вакциналанған.
Фото:Т.Аманов.