Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2022, 17:45

Киҙеү тураһында 5 һорауға яуап

Киҙеүгә ҡаршы  ҡасан вакцина эшләтергә? Бының өсөн анализ биреү кәрәкме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға сайтта яуап табырға мөмкин. 

Киҙеү тураһында 5 һорауға яуап
Киҙеү тураһында 5 һорауға яуап

 

1. Вакцинация алдынан ниндәй ҙә булһа анализ бирергә кәрәкме?

Юҡ, бының өсөн махсус тикшеренеүҙәр талап ителмәй. Әммә кешеләрҙең ҡайһы бер категорияһына, мәҫәлән, аллергиктарға, вакцинация алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшергә кәрәк.

2. Һыуыҡ тейҙереү билдәләре булһа, киҙеүгә ҡаршы прививка яһатырға мөмкинме?

Тәҡдим ителмәй. Вакцинаны тулыһынса һауыҡҡандан һуң яһатыу яҡшыраҡ.

3. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы йәки ковид үткәргәндән һуң күпме көтөргә кәрәк?

Сирҙең билдәләренә ҡарап, ике-дүрт аҙна. Аныҡ ваҡытын дауалаусы табип билдәләй.

4. Грипҡа ҡаршы яһатҡан прививка коронавирустан һаҡлай аламы?

Юҡ. Былар төрлө инфекциялар һәм төрлө вирустар. Үҙеңде һаҡлау өсөн коронавирустан да, гриптан да прививка яһатырға кәрәк.

5. Бер көндә киҙеүгә һәм COVID-19 сиренә ҡаршы прививка яһатырға мөмкинме?

Эйе, грипҡа һәм COVID-19 сиренә ҡаршы бер көндә прививка яһатырға ярай.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Сәләмәт булығыҙ!

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: