+1 °С
Болотло
"Вконтакте"
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2022, 21:00
ИЗГЕ ТӨШТӘР
Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл Атай өйҙән сығып киткәнгә, Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә... Тик әсәйем һаман төштә күрә Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы. — Ҡайтҡан, имеш, - тиеп һөйләй-һөйләй, Көтә-көтә әсәй ҡартайҙы. Бына бөгөн дә ул сәйен яһап, Төшөн һөйләй тағы — бер үк төш: — Хәс элекке төҫө... Кейеме лә Үҙгәрмәгән, имеш, шул килеш... Изге төштәр!.. Һис бер юрау, яуап Табалмайһың һин был төштәргә. Тик, теш ҡыҫып, тағы тотонаһың Атайҙарҙан ҡалған эштәргә. Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл! Сабыр, һаран, ҡайнар йәш менән. ... Инде беҙ кермәһәк ине шулай Һөйгән ҡатындарҙың төшөнә! Рәми Ғарипов.
ИЗГЕ ТӨШТӘР
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде