Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2022, 12:28

Эшенә күрә - хөрмәте

Кисә Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бик күп алдынғы эшсән бүләкләнде, юғары исемдәр алды. Улар араһында Күгәрсен районы уңғандары ла бар.

Эшенә күрә - хөрмәте
Эшенә күрә - хөрмәте

Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин социаль селтәрҙә яҙыуынса, байрамда игенселәр автомобиль дә алған, юғары исемдәргә лә эйә булған.

Улар араһында "Тәүәкән" йәмғиәтенән Ринат Ғәҙләйев "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне" исемен алды. Награданы БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы.

Әйткәндәй, Ринат һәр саҡ уңған эшсе булды һәм булып ҡала ла. Уны район гәзитендә лә йыл һайын маҡтап яҙалар. Афарин! Йәнтөйәгендә (үҙе Торай ауылында үҫте) ерегеп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, арымай-талмай тыуған еренә хеҙмәт итә. Тап уның кеүек уңғандар республиканың ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индерә лә.

 

Эшенә күрә - хөрмәте
Эшенә күрә - хөрмәте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: