+15 °С
Болотло
21 йыл элек ҡатын ҡайын һеперткеләрен йыйыу һылтауы менән 11 йәшлек улын урманға алып килә һәм күлдәк билбауы менән быуып үлтерә. 2017 йылда урманда юғалған баланың һөлдәһе табылған.
Ҡатын үҙ ғәйебен таныны. Суд уны 12 йылға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты.
Ошо уҡ ҡарар һәм хөкөм ҡарары менән, енәйәткә ҡатнашлығы булмағанлыҡтан, баланы үлтереүҙә ғәйепләнгән ҡатындың ире аҡланған.
Прокуратура сығарылған ҡарар менән риза түгел һәм уға ялыу бигән.
Фото: Т. Аманов