Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2022, 09:15

Ҡушылған вузды кем етәкләйәсәк?

Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде - Өфө фән һәм технологиялар университеты. Ул - Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының ҡушылыуы һөҙөмтәһе. Яңы вуздың ректоры ла билдәле.

Ҡушылған вузды кем етәкләйәсәк?
Ҡушылған вузды кем етәкләйәсәк?

Өфө фән һәм технологиялар университетын Вадим Захаров етәкләйәсәк. Махсус указ сыҡҡан.

Киләсәктә был уҡыу йорто ҙур уңыштарға өлгәшер, тигән өмөт бар. Ул Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған "Приоритет 2030" программаһына индерелгән. Уға ярашлы, вуз йыл һайын 100 млн һум гранттың база һәм махсус өлөштәрен аласаҡ. 2030 йылға илдең иң яҡшы 30 юғары уҡыу йорто исемлегенә инергә тейеш.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: