Бындай ҡарар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителде.
Тимерйән Рәжәпов — запастағы милиция капитаны, Эске эштәр министрлығы пенсионеры, Афғанстанда һәм Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан.
«Яҡын арала БР Йәмәғәт палатаһының эшмәкәрлегенә төшөнөп, бында үҙемдең әүҙем гражданлыҡ позициямды нисек күрһәтә алыуымды ҡарайым. Һәр хәлдә мин Башҡортостандан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың мәнфәғәтен яҡлаясаҡмын. Әле көн тәртибендә – махсус хәрби операция. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ һәм республика халҡы именлеге өсөн эшләйбеҙ. Мин һәр саҡ Донбасс халҡына ярҙам иттем, БР Йәмәғәт палатаһы сотсавында ла ярҙам итәсәкмен», – тине ул үҙенең Йәмәғәт палатаһы составына инеүенең маҡсатын аңлатып.