Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2022, 07:00

Шәүрәнең нурлы донъяһы

“Юлдаш” радиоһында көслө рухлы, әүҙем һәм алдынғы ҡарашлы замандаштарыбыҙ ха­ҡында тапшырыуҙар күп. “Ҡа­наттар” проекты тормош ауыр­лыҡтарына бирешмәгән, башҡаларға өлгө булып йә­шәгән кешеләр тураһында бәйән итә. Радио тың­лаусыларға яман шеш ауырыуын еңгән ҡатын-ҡыҙ, бәләкәйҙән етем үҫкән ғәрип егет, тыумыштан йөрөй алмаған үҫмер хаҡында әңгәмәләр тәҡдим ителде. Уларҙы https://bash.news/yuldash сайтында тыңларға мөмкин. 
Проекттың сираттағы геройы – Бөрйән районы ҡыҙы Шәүрә Иманғолова. Ул ире Илшат менән Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында йәшәй, ул үҫтерәләр. Бәләкәй сағынан уҡ тормош Шәүрәгә ҙур һынауҙар ҡуя. Аяҡтары, хәрәкәт итеү менән ҡыйынлыҡтар килеп сыға. Кескәй ҡыҙ бик күп операция, һыҙланыу үткәреп, 6 йәшендә атлай башлай. “Дауаханаларҙа ятыу, наркоз тәьҫиренән бала сағымды яҡшылап иҫләмәйем”, – ти ул. Әммә аяҡтарының башҡаларҙан айырылып тороуы, хәрәкәт итеү ауыр булыуы Шәүрәгә тулы тормош менән йәшәргә ҡамасау­ламай. Ул уңған, аралашыусан ҡыҙ булып үҫеп етә.  Тырышып уҡый, бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Ҡул эштәренә маһир, бәйләргә, сигергә ярата. 
– Минең иң ҙур хыялым тор­­­мошҡа ашты. Яратҡан ғаиләм бар. Әсә бәхетен татыным, – ти Шәүрә.  
Бәләкәй ауылда йәшәү шарттары әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Район үҙәгенән алыҫ урын­лашҡан, магазин һәм дауахана юҡ. Эш урыны алыҫта булғас, ире Илшат та һәр саҡ янында була алмай. Шулай ҙа улар зарланмай. Ҙур, күркәм йорт төҙөгәндәр,   йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫте­рәләр. Киләсәктә сәйәхәт итергә, яңы ерҙәр күрергә хыялланалар. Шәүрә тормоштан йәм табып, яҡындарына терәк булып йәшәй. Аяҡтарында йөрөү ауыр булһа ла, күңел ҡанаттары уны дәртләнеп  ижад итергә, яҡындарын шатландырып йәшәргә әйҙәй. 
Үҙҙәре хаҡында яу һалып ҡысҡырмайҙар, әммә уларҙың тормошо күптәргә өлгө булырлыҡ. Әгәр һеҙ “Ҡанаттар” проекты геройҙары булырлыҡ һоҡланғыс, көслө рухлы кешеләрҙе беләһегеҙ икән, улар хаҡында “Бәйләнештә” селтәрендә “Юлдаш” радиоһы  төркөмөнә хәбәр итегеҙ. 

Нурзилә УСМАНОВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: