Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2022, 09:27

Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальонға ҡушылырға теләүселәр күп

Халыҡ батальоны командиры Артур Йомағужин хәбәр итеүенсә, кеше бер туҡтауһыҙ килә. Уларҙың һәр кемеһе менән айырым һөйләшәләр.

Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальонға ҡушылырға теләүселәр күп
Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальонға ҡушылырға теләүселәр күп

“Иҫегеҙгә төшөрәм, шундай талаптар бар: 50 йәшкә тиклемге, хәрби билеты булған, яҡшы физик формалағы кеше һәм иң мөһиме – Ватанына хеҙмәт итергә теләге булғандар алына”, – тип яҙған командир социаль селтәрҙә.

Батальонға яҙылыу өсөн республиканың бер нисә төбәгендә айырым пункттар ҙа астылар.

Фото: Народный батальон имени Салавата Юлаева (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в