Был барлығы өс учреждениела. «Эколята», «Юный алхмимик», «Звонкий мяч», «Стайер», «Художественная обработка материалов», «Школа журналистики «MEDIASTAR» кеүек йүнәлештәр буйынса яңы ҡорамалдар алынған, кабинеттар йыһазландырылған.
Быйыл иһә 150 балаға иҫәпләнгән «3D моделирование» һәм «Инфоумники» программалары эшләй башлаған. Туймазы ҡалаһында һәм Серафимовский ауылында йәш техниктар ҙа шөғөлләнә ала. Әлбиттә, киләһе йылда ла ошо йүнәлештәге эштәр дауам итәсәк.
Фото: Туймазы районы хакимиәтенән.