-9 °С
Болотло
Киске сәғәт алтынсыла Дәүләкән ҡалаһы янында, Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 64-се саҡрымында, "Лада Ларгус" фургоны менән "Мазда 6" машинаһы бәрелешкән.
Юл-транспорт фажиғәһендә "Лада" водителе - 1985 йылғы ир һәләк була, "Мазда" машинаһының водителен - 1983 йылғы ирҙе, уның пассажирҙарын - 9 йәшлек ҡыҙыҡайҙы, 2 айлыҡ сабыйҙы, 1989 йылғы ҡатынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре емерек машина эсенән сығарып, Өфө һәм Дәүләкән дауаханаларына оҙатҡан. Табиптарҙың әйтеүенсә, уларҙың дүртәүһе лә ауыр хәлдә.
Фото: БР ЮХХДИ.