+15 °С
Болотло
Бөгөн, 2 ноябрҙә, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Урыны менән ул сымдарға һәм ағастарға һырый. Боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары барлыҡҡа килә. Ел көнсығыштан талғын, төндә айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 4 градус һалҡындан 1 градусҡаса йылы, көндөҙ 3 градус йылынан 2 градусҡаса һалҡын.
Кесаҙна, 3 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә – 4–9 градус һалҡын, көндөҙ 4 градус һалҡындан 1 градусҡаса йылы.
Фото: Т. Аманов