Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноября 2022, 09:39

Бюджет тураһында закон проекты ҡарала

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «2023 йылға һәм 2024 һәм 2025 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында»ғы закон проекты индерелде. Уның буйынса бөгөн парламенттың Президиумы ултырышында БР Хөкүмәте вице-премьеры – Башҡортостан Республикаһы финанс министры Лира Иғтисамова сығыш яһаны.

Бюджет тураһында закон проекты ҡаралаБюджет тураһында закон проекты ҡарала
Бюджет тураһында закон проекты ҡарала

Ҡануниәткә ярашлы, бюджет документтары парламенттың барлыҡ комитеттары тарафынан тикшереү үтәсәк.

– Әлеге ваҡытта 2023 йылға республика бюджетының килемдәре 265,1 млрд һум күләмендә күҙалланған, сығымдар – 279,6 млрд һум тирәһе, – тине БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – дефицит 14,5 млрд һум күләмендә планлаштырылған.

– Традиционно проект бюджета является социально-ориентированным и гарантирует выполнение всех социальных обязательств. Одновременно бюджетные параметры направлены на укрепление инфраструктуры и поддержку муниципальных образований республики, – тине Лира Иғтисамова.

Бюджет документтары пакеты күләме 4000 биткә яҡын.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас