Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь , 18:30

Бер туңдырылған балыҡта үле паразиттар табылған

Минтай балығын яратып ашайбыҙ, бигерәк тәмле шул. Уны һайлап алғанда бик һаҡ булырға кәңәш итәләр. Баҡһаң, магазинда тәҡдим ителгәндәрҙең ҡайһы берҙәре белгес тикшереүен үтмәй икән.

Бер туңдырылған балыҡта үле паразиттар табылған
Бер туңдырылған балыҡта үле паразиттар табылған

Рәсәй сифат системаһы белгестәре насар етештереүселәрҙе лә атаны. Исемдәре яңғырауыҡлы булыуға ҡарамаҫтан, улар иҫәбенә «Дары моря» һәм «Рыбхолковкам» сауҙа маркалары инде. Borealis компанияһы етештергән балыҡ та белгестәрҙең күңеленә хуш килмәне. Рәсәй сифат системаһында билдәләүҙәренсә, әлеге етештереүселәр балыҡтарҙы тәрән һыуһыҙландырыуға юл ҡуйған. Иң һуңғы урынды биләгән балыҡта Nybelina  төрөндәге үле паразиттар табылған.

Шуға күрә балыҡ һайлағанда иғтибарлы булығыҙ, белгес кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в