+18 °С
Болотло
Конкурста Нефтекама ҡалаһынан "Башҡорт гимназияһының матур йыйылма командаһы" абсолют еңеүсе тип танылды. Икенсе урынды жюри ағзалары Өфө районынан "Дорогин патруле" командаһына бирҙе. Өсөнсө урында - Өфөнөң "Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы".
Баш автоинспектор Владимир Севастьянов конкурста ҡатнашыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлап, уларҙы маҡтаны: "Афарин, балалар! Лайыҡлы сығыштар, лайыҡлы наградалар, ә иң мөһиме - бик шәп юл хәүефһеҙлеген пропагандалау! Быларҙың барыһы ла конкурсты ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ итә!"
Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ! Хәүефһеҙ булһын бала саҡ!
Фото: БР ЮХХДИ.