-4 °С
Ҡар
"Вконтакте"
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2022, 21:00
АТАҺЫН ОҘАТА...
Атаһын оҙата бер сабый һуғышҡа... Ир-аттың күҙенә йәштәре тулыша. Ғәзизен ҡыҫып ул бышылдай тын ғына: "Ҡайтырмын алып мин тәтәйҙәр улыма. Һин, балам, үҫә тор әсәйең янында, Һөнәрҙәр өҫтәй тор үзеңә тағын да. Ҡайтырмын тиҙҙән мин, илама, күҙ нурым, Ауырымай, бирешмәй, сынығып үҫ, улым!" Ҡарашын унан һуң күсерә ситкә ул, Бышылдай эсенән: "Йөрәгем, сабыр бул", Һөйгәнен үбә лә күҙенән, ирендән, Ҡуҙғала сәфәргә ул тыуған еренән. Ни көтә?.. Билгеһеҙ... Яҙмышы һынала, Көнбайыш тарафҡа ир- егет юл ала. Оҙата ҡатыны, әсәһе, балаһы... Был һуғыш һәр кемгә ҙур йөрәк яраһы! Дауаһы — татыулыҡ, тыныслыҡ, именлек! Йә, Раббым, бирһсе үҙең үк еңеллек! Ғаиләгә тигеҙлек, шатлыҡлы иртәләр! Ҡайтығыҙ һау ғына, һеҙҙе бит көтәләр! ... Атаһын оҙата балалар һуғышҡа. Күҙемә ирекһеҙ йәштәрем тулыша... Бышылдайым ипләп: "Йөрәгем, бул түҙем! Күрерһең бик тиҙҙән салт аяҙ күк йөҙөн!" Болоттар таралыр, туҡталыр һуғыштар, Асылыр шул ваҡыт тарайған һулыштар. Ҡайтырҙар атайҙар ҡоштарҙай теҙелеп, Һорайым, йә Раббым, үҙеңдән өҙөлөп! Артмаһын етемдәр, парһыҙҙар, яңғыҙҙар, Егетен оҙатты һуғышҡа күп ҡыҙҙар. Тыуаһы сабыйҙар ҡалғандыр ҡарында, Ҡайтһасы һәр атай ғаиләһе янына. Әсәйҙәр доғаһЫ һаҡлаһын, яҡлаһын, ӘрНеүле күңелдәр, йә Раббым, артмаһын, Таң тыуһын күмелеп гел яҡты уйҙарға, Теләйек именлек илдәргә, йылдарға! Гөлара Шәрипова.
АТАҺЫН ОҘАТА...
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде