Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2022, 11:35

2,4 тонна тимер юлы деталдәрен урлағандар

Нефтекамала йәшәгән өс кеше 2,4 тонна тимер юлы деталдәрен урлауҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһы.

2,4 тонна тимер юлы деталдәрен урлағандар
2,4 тонна тимер юлы деталдәрен урлағандар

Тәфтишселәр фаразы буйынса, июлдә ғәйепләнеүселәр «Нефтекама-Саклово» тимер юлынан дөйөм ауырлығы 2,4 тонна булған деталдәрҙе һүтеп, машинала алып сығып, металл ҡабул итеү пунктына тапшырған. Зыяндың дөйөм суммаһы 150 мең һум самаһы.

 

Вагон-цистерналар ташыусы локомотив юлдың төҙөк булмауы арҡаһында юлдан ситкә сығып оса. Яуаплылыҡҡа тарттырылмаҫ өсөн ғәйепләнеүселәрҙең береһе хоҡуҡ һаҡлаусыға 200 мең һум күләмендә ришүәт тәҡдим иткән. Аҡсаның бер өлөшөн тапшырырға маташҡанда енәйәтсене ҡулға алғандар. Әле енәйәт эше судҡа ебәрелгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: