Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2022, 14:20

Төбәктә шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының 98 проценты йыйып алынған

31 октябргә ҡарата татлы тамыраҙыҡ биләгән 43,1 мең гектар майҙан эшкәртелгән. Сөгөлдөр сәскән 14 районда был эш тамамланған, тағы бишәүһе уңышты йыйып бөтөп килә. 

Төбәктә шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының 98 проценты йыйып алынған
Төбәктә шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының 98 проценты йыйып алынған

 Дүшәмбегә ҡарата тулайым йыйым 1 млн 302 мең тонна тәшкил иткән, уртаса уңдырышлылыҡ гектарына 301,9 центнерға еткән.

 Республиканың ике шәкәр заводында әлегә 492 мең тонна тирәһе сөгөлдөр эшкәртелгән, 75 мең тонна продукция етештерелгән.

Фотола: Әлшәй районындағы шәкәр сөгөлдөрө баҫыуы

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: