Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2022, 09:55

"Шағир көндәлеге" фильмын ҡаранығыҙмы?

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлын һүрәтләгән кинотаҫма киң прокатҡа сыҡты. Ул Өфө кинотеатрҙарында 22 октябрҙән күрһәтелә һәм республиканың район-ҡалаларына ла сыҡты.

"Шағир көндәлеге" фильмын ҡаранығыҙмы?
"Шағир көндәлеге" фильмын ҡаранығыҙмы?

Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы һәм "Живая лента" кинокомпанияһы тарафынан әҙерләгән фильм беҙҙең күптәребеҙҙең яратҡан шағиры, милләтебеҙҙең билдәле шәхесе Рәми Ғарипов тураһында.

Был кино төшөрөлөүе тураһында яҙғайныҡ инде. Фильм күңелдә төрлө уй ҡалдыра. Һәр кемдең үҙ фекер буласаҡ, әлбиттә.

Әйткәндәй, кисә Өфөнөң "Родина" кинотеатрында ҡараным мин уны. Киске сеанста залда биш-алты ғына тамашасы инек. Моғайын, баш ҡалалағы милләттәштәребеҙҙең күбеһе уны ҡарағандыр, шуға хәҙер кеше әҙҙер, тип уйлап, күңелде тынысландырҙым. 

"Шағир көндәлеге" район-ҡалаларҙа күрһәтелә. График та бирелгән (сығанаҡ: Фильм «ДНЕВНИК ПОЭТА» / Рами Гарипову (vk.com))

 

"Шағир көндәлеге" фильмын ҡаранығыҙмы?
"Шағир көндәлеге" фильмын ҡаранығыҙмы?
"Шағир көндәлеге" фильмын ҡаранығыҙмы?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: