1-се гимназияла «Кванториум» балалар технопаркы булдырылды. Ә 25-се башҡорт гимназияһында «IT-Куб» цифрлы белем биреү үҙәге эшләйәсәк.
«Кванториум» уҡыусыларға тәбиғи-ғилми, математиканы тәрәндән өйрәнеү, ижади фекерләүҙе күтәреү, технологик йүнәлештәрҙе үҙләштереү өсөн уңайлы булһа (хайтек, робоквантум, биоквантум, наноквантум, энерджиквантум, аэро/гео тигән йүнәлештәрҙең атамаһы уҡ үҙенә тарта), «IT-куб» үҙәгендә программалау нескәленктәрен, виртуаль ысынбарлыҡ нигеҙҙәрен һәм роботтарҙы программаларға өйрәнәсәктәр. Уҡытыу алты йүнәлештә буласаҡ.
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәтенән.