Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2022, 13:15

Әсә улын енәйәткә этәргән

Октябрь айында Өфө полицияһына 73 йәшлек ҡатын килеп, банк картаһынан 23 мең һум аҡсаһы юғалыуы тураһында хәбәр иткән. Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыусыларҙы асыҡлай - улар пенсионерҙың яҡын кешеләре булып сыға. 

Әсә улын енәйәткә этәргән
Әсә улын енәйәткә этәргән

Өләсәһенең аҡсаһын 16 йәшлек ейәне урлай. Был аҙымға уны әсәһе, 44 йәшлек ҡатын, этәрә. Оло кешенең пенсияһын улар үҙ ихтыяждарына тотонған.

Хәҙер әсәгә лә, улына ҡарата ла енәйәт эштәре асылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: