Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь , 14:43

Республикала яңы хоккей командаһы барлыҡҡа килде

Баш ҡалабыҙҙағы "Өфө-Арена"ла тәүге күнекмә лә уҙҙы.

Республикала яңы хоккей командаһы барлыҡҡа килде
Республикала яңы хоккей командаһы барлыҡҡа килде

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары "Уралец" һәүәҫкәр хоккей командаһын булдырҙы. "Өфө-Арена"ла тәүге күнекмәне "Өфө" хоккей клубы директоры Дмитрий Цыбин үткәрҙе.

Парламентарий, команда төҙөү башланғысында торған Антон Матренин, ул үҙе "Өфө" хк-ның президенты ла, көслө команда тупланыуын билдәләне.

- Тиҙҙән тәүге еңеүҙәребеҙ ҙә булыр әле, - тине ул. Һәм халыҡты спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы.

Хәйерле сәғәттә, "Уралец"!

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в