Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2022, 10:23

Республика бюджеты 9 айҙа ерҙәрҙе ҡулланыуҙан 2,9 млрд һумдан ашыу аҡса алған

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров район-ҡала башлыҡтары менән үткәргән кәңәшмәлә дәүләт милке сикләнмәгән ер биләмәләренең килем килтереү мөмкинлеген арттырыу тураһында һөйләштеләр. 

Республика бюджеты 9 айҙа ерҙәрҙе ҡулланыуҙан 2,9 млрд һумдан ашыу аҡса алған
Республика бюджеты 9 айҙа ерҙәрҙе ҡулланыуҙан 2,9 млрд һумдан ашыу аҡса алған

 - Быйыл ер биләмәләрен һатыу һәм ҡуртымға биреүҙән 2,9 млрд һум аҡса килде. Йыл аҙағына тиклем ул – 4,17 млрд һумға барып етергә тейеш. Аҡсаның төп күсереүе ғәҙәттә IV кварталға ҡала торған – тине Андрей Назаров.

Төбәктә ер биләмәһен уның кадастр хаҡынан 25 процент тәшкил иткән льготалы хаҡҡа һатыу йыл аҙағына тиклем оҙайтылды, һатып алыуға ла айырым преференциялар бар. Быйыл дөйөм майҙаны 40,8 мең га тәшкил иткән ер биләмәләрен ҡуртымға биреү хоҡуғын һатыуға 1100-ҙән ашыу аукцион үткәрелгән. Бынан урындағы бюджеттарға 291 млн һумдан ашыу аҡса күскән. Ергә бәйле мөнәсәбәттәрҙең электрон хәлгә күсерелеүе лә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы - 60 процент тирәһе ғаризалар электрон ҡабул ителә.

Сарала ер ҡуртымсыларының урындағы бюджеттар алдында бурыстарын ҡаплау тураһында һөйләштеләр. Быйлы ғына 7 меңдән ашыу дәғүә судҡа ебәрелгән.

Премьер-министр кәңәшмә аҙағында дәүләт милке сикләнмәгән ерҙәрҙе ҡулланған өсөн ҡуртымсыларҙың бурыстарын бөтөрөргә, ер ресурстарын маҡсатлы ҡулланыуҙы күҙәтергә ҡушты. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: