Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2022, 14:40

Радий Хәбиров республика сиктәрен билдәләне

Башҡортостан Республикаһы Башлығы «Рәсәй Федерацияһы субъекттары – Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһе араһындағы сиктең урынлашҡан ерен билдәләү хаҡындағы Килешеүҙе раҫлау тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр һәм Башҡортостан Республикаһының Иглин районындағы ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен үҙгәртеү тураһында»ғы БР Закондарына ҡул ҡуйҙы.

Радий Хәбиров республика сиктәрен билдәләне
Радий Хәбиров республика сиктәрен билдәләне

 - Ырымбур өлкәһенең сиге тураһындағы Закон Башҡортостандың күрше төбәктәр менән сиктәрен аныҡлау буйынса ҙур эшкә йомғаҡ яһаны, – тип комментарий бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының алты субъекты менән сиктәш. Уларҙың бишеһе менән беҙ кәрәкле процедураларҙы тамамланыҡ та инде. Һәм хәҙер беҙҙең алтынсы күрше – Ырымбур өлкәһе менән дә барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл иттек. 

Республиканың Иглин районындағы ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙең сиктәре тураһындағы Закон Ҡалтыман һәм Иглин ауыл советтарының сиктәрен үҙгәртә, уларҙың Алаторка ауылы сиктәре һәм граждандарҙың ер участкалары менән киҫелешен бөтөрә.

1,37 гектар майҙандағы Иглин ауыл Советының территориялары Ҡалтыман ауыл Советына бирелә, ә 0,31 гектар майҙандағы Ҡалтыман ауыл Советы территорияһының бер өлөшө Иглин ауыл Советы составына индерелә, тип хәбәр итәләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: