Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2022, 10:02

Ноябрь айында юбилейҙар

1 – журналист, шағирә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәре, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә ИЛЬЯСОВАҒА – 65 йәш (1957).
5 – журналист, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Эдуард ӘҒЗӘМОВҠА – 85 йәш (1937).
6 – журналист, яҙыусы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марат МУЛЛАҠАЕВҠА – 70 йәш (1952).
7 – Башҡортостандың халыҡ шағиры, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм исемен­дәге республика премияһы лауреаты Александр ФИЛИППОВТЫҢ тыуыуына – 90 йыл (1932 – 2011).
8 – Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл МАЛИКОВАҒА – 60 йәш (1962).
– тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡор­тостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғөбәйҙулла ИЛИШЕВТЫҢ тыуыуына – 95 йыл (1927 –2009).
15 – генерал-лейтенант, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Артур ӘХМӘТХАНОВТЫҢ тыуыуына – 60 йыл (1962 – 2019).
20 – опера йырсыһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, «Почет билдәһе» ордены кавалеры Мәғәфүрә СӘЛИҒӘСКӘРОВАНЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1922 – 2015).
23 – яҙыусы, шағирә Миңлегөл ХИС­МӘ­ТУЛ­ЛИНАНЫҢ тыуыуына – 95 йыл (1927 – 2004).
25 – Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Баш­ҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Мәүлиҙә ЯҠУПОВАҒА – 70 йәш (1952).
26 – хирург, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы,  РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре  Айытбай ҒҮМӘРОВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл (1942 – 2020).
27 – телсе, ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәжибә МӘҠСҮТОВАНЫҢ тыуыуына – 90 йыл (1932 – 2004).

Автор:Рекламная Служба(RBSMI)
Читайте нас: