Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2022, 21:00

МИН ҠАЙТЫРМЫН,ӘСӘЙ!

Күҙ йәштәрен әсә һөртә-һөртә Оҙата һалдатҡа балаһын. Белмәй шул ул ғәзиз улҡайының Ҡайһы тарафтарға бараһын. Иҫән генә йөрөп ҡайтһын,тиеп, Изге доғаларын уҡыйҙыр. Ир етһә лә бала әсәһенә Һаман да бәләкәй сабыйҙыр. Һаҡта тора һалдат ил сигендә, Тыуған йорттоң тойоп йылыһын. Ғүмер биргән ғәзиз әсәһенең Әсе күҙ йәштәре тыйылһын. Түҙемлек бир,хоҙай,әсәләргә, Өмөт сатҡылары һүнмәһен. Һалдатхеҙмәт итеп,кире ҡайтһын, Һуғыш,михнәт кенә күрмәһен Фирүзә Йәнгирова

МИН ҠАЙТЫРМЫН,ӘСӘЙ!
МИН ҠАЙТЫРМЫН,ӘСӘЙ!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: