Мөхәббәткә кәртә юҡ
Әлшәй районынан Альбина Муллағолова балаларының каникулы башланғас та 11 ай махсус операцияла булған ире янына ашыға. Был хаҡта ул социаль селтәрендә хәбәр итә.
- Каникул башланғас 4 баламды атай-әсәйемә ҡалдырып 11 ай махсус хәрби операцияла булған иптәшем янына килдем, – тип яҙа ул.
Фото: Т. Аманов