Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2022, 09:50

Көн торошо

Башгидромет синоптиктары ноябрҙең тәүге көндәренә һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 1 ноябрҙә,  ямғыр һәм епшек ҡар яуа, көньяҡ райондарҙа көслө ҡар яуыуы көтөлә. Республиканың ҡайһы бер райондарында ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылы, көндөҙ 0–5 градус йылы.

 

Шаршамбы, 2 ноябрҙә, ваҡыты менән епшек ҡар яуасаҡ. Урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары булы фаразлана. Ел көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 1–4, көндөҙ 3 градус йылынан 2 градусҡаса һалҡын.

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: