Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь , 12:15

Көн дә янғындар...

Бөгөн иртән Октябрьский ҡалаһының "Геофизик" баҡса ширҡәтендә бер ҡатлы кирбес өй яна. Утты һүндереүгә 11 кеше һәм дүрт техника берәмеге йәлеп ителгән. Янғын һүндерелгәс, йорт эсендә билдәһеҙ кешенең кәүҙәһе табылған. Уның енесе, шәхесе асыҡлана. 

Көн дә янғындар...
Көн дә янғындар...

Кисә кисен Нефтекамала күп ҡатлы йорттоң алтынсы ҡатында ут сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғынды һүндергән ыңғайы хәүефле зонанан 15 кешене сығарып өлгөргән, уларҙың алтауһы - балалар.

Төндә Мәләүез ҡалаһында күп ҡатлы йортта фатир яна. Янғын һүндереүселәр бер кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған.

Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урындарҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмдәре, тәүтикшереүселәре эшләй.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Көн дә янғындар...
Көн дә янғындар...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в