Ҡатын суд залында һаҡ аҫтына алына.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 апрелдә Гөлгөнә Тахтарова (48 йәш) өс әхирәте менән тыуған көнөн билдәләргә тәбиғәткә юллана. Һыуһаҡлағыс эргәһендә Гөлгөнә транспорт менән идара итә алмай – автомобиль һыуға төшөп китә. Ғәйепле ҡатын сығып өлгөргән, әхирәттәре юҡ.
Һөҙөмтәлә ун бала әсәйһеҙ ҡала. Һәләк булған 53 йәшлек ҡатындың биш балаһы, 36 йәшлектең – икәү һәм 49 йәшлектең өс балаһы етем ҡала. Иҫән ҡалған 48 йәшлек водитель ҡатындың да ике балаһы бар.
Фото: Т. Аманов