Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2022, 15:30

Өфөлә «ҡара риелторҙар»ҙы мутлашыу хөкөм иттеләр

Өфөлә 65 миллион һумдан ашыу суммаға мутлыҡта ғәйепләнгән дүрт «ҡара риелтор»ҙы хөкөм иттеләр. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.

Өфөлә «ҡара риелторҙар»ҙы мутлашыу хөкөм иттеләр
Өфөлә «ҡара риелторҙар»ҙы мутлашыу хөкөм иттеләр

2017 йылдың майынан 2019 йылдың июленә тиклем хөкөм ителеүселәр риелторлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән һәм төрлө сығанаҡтан яңғыҙ вафат булған граждандар тураһында мәғлүмәт алған. Фатирҙарға ялған документтар әҙерләгәндән һуң, улар һатып алыусылар таба һәм торлаҡты күрһәтә, килешеүҙәр т272й. Шулай уҡ ялған документтар нигеҙендә енәйәтселәр кредит ойошмаларынан мәрхүмдәр исеменә дөйөм суммаһы 6,5 миллион һум самаһы аҡса алған.

 

Хөкөм ителеүселәр 20 фатирҙы һатҡан, килтерелгән зыяндың дөйөм суммаһы 65 миллион һумдан ашҡан. Хөкөм ителеүселәр үҙ ғәйебен өлөшләтә таныған, уларҙың яҡынса 24 миллион һумлыҡ мөлкәтенә арест һалынған.

 

Суд уларҙы дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына 5–12 йылға иркенән мәхрүм иткән, шулай уҡ килтерелгән зыян өсөн мөлкәттәренең яртыһын тартып алыу тураһында ҡарар сығарған.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

 

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: