Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь , 15:47

Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыу туҡталды

Бөгөн республикала өлөшләтә мобилизация буйынса эшкә йомғаҡ яһанылар.

Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыу туҡталды
Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыу туҡталды

БР Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, мобилизация буйынса саралар тамамланды, Рәсәйҙең Ҡораллы көстәренең Генераль штабы ла хәрби округтарға тейешле хәбәр ебәрҙе.

Тимәк, бынан ары берәүгә лә повестка тапшырылмаясаҡ. Йәғни, хәҙер ирекле рәүештә СВО-ға ҡушылырға теләүселәр һәм контракт буйынса китеүселәр генә буласаҡ.

Радий Хәбиров башҡорт батальондары хәрбиҙәре һәм мобилизация буйынса китеүселәрҙең ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүлергә ҡушты.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в