Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь , 11:15

Юл фажиғәләре - 30 октябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған, 13 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 45 иҫерек водитель тотолған (уларҙың етәүһе иҫерек килеш икенсегә эләккән).

Юл фажиғәләре - 30 октябрь
Юл фажиғәләре - 30 октябрь

Кисә Ишембайҙа иртәнге сәғәт биш тирәһендә 22 йәшлек егет "Kia Rio" машинаһында электр бағанаһына бәрелеп, үлемесле йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк булған. Билдәле булыуынса, ул хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән... Водителдең эскәнме-юҡмы икәнлеген билдәләү өсөн химик-токсикологик тикшереү үткәрелә.

Көндөҙгө сәғәт беренселә Балтас районында, Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе автомобиль юлының 46-сы саҡрымында, Волгоград өлкәһенән 25 йәшлек егет идара иткән "Volkswagen Passat" менән 44 йәшлек ир идара иткән" Lаda Priora "автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә илебеҙ автомобиле водителе "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем ауыр йәрәхәттәрҙән вафат булған. "Volkswagen" водителенә медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Бөгөн төнгө сәғәт икенселә Йылайыр районында, Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 238-се саҡрымында, Хәйбулла районынан 52 йәшлек ир "Renault Logan" машинаһында юлдан осоп түңкәрелгән. Ауыр йәрәхәтләнгән 63 йәшлек пассажир ҡатын тиҙ медицина ярҙамы машинаһында йән биргән. 16 йәшлек пассажир ҡыҙ дауаханаға оҙатылған.

Юл-транспорт ваҡиғалары буйынса тикшереү бара.

Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Барығыҙға ла хәүефһеҙ юлдар!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в