УЛЫМ
Сәләмдәрең, улым, килеп тора,
Һин иҫәнһең, әҙер алышҡа.
Таңдарыбыҙ тыныс атһын өсөн,
Оҙаҡламай керәң һуғышҡа.
Боҫоп ҡалманың һин сәбәп табып,
Китмәнең һин ҡасып сит яҡҡа.
Мин - бармаһам, ул - бармаһа, тинең,
Ил сигендә баҫтың һин һаҡҡа.
Беҙ - көткәндәр өсөн иҫән йөрө,
Илең һаҡла, һаҡла үҙеңде.
Беҙ көтөрбөҙ һине, өмөт өҙмәй,
Доғаларға ҡушып түҙемде.
Һаҡла, улым, бер үк үҙеңде!
Рәмзиә МОНАСИПОВА.