Төнгө сәғәт икенселә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Өфө ҡалаһының Еңеү урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Урынға шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп етә. Өсөнсө ҡаттағы фатирҙы ут ялмап алған була. Янғын һүндереүселәр тиҙ арала кешеләрҙе ҡотҡарыуға тотона. Янғын хәүефе булған зонанан 1966 йылғы ирҙе алып сығалар, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, реанимация сараларын уҙғарыу барышында табиптар уның үлемен раҫлаған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре өс кешене ҡотҡарып өлгөрә. Ете кеше үҙ аллы эвакуацияланған. Бер нисә минуттан ут һүндерелә.
Янғын һөҙөмтәһендә күп фатирлы йорттоң ике бүлмәле фатирында 6 квадрат метр майҙандағы йорт мөлкәте зыян күргән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсеһе эшләй.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы.