Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2022, 15:15

"Сәнғәт төнө"нә рәхим итегеҙ!

4 ноябрҙә Башҡортостандың Милли музейында "Сәнғәт берләштерә" исеме аҫтында йылдың иң мөһим мәҙәни сараһы – "Сәнғәт төнө-2022" Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы уҙасаҡ. Был кистә музейға бүләк ителгән раритет әйберҙәрҙән торған бер көнлөк күргәҙмә ойоштороласаҡ, мәҙәни-күңел асыу саралары, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, шулай уҡ тематик фотозона эшләйәсәк.

"Сәнғәт төнө"нә рәхим итегеҙ!
"Сәнғәт төнө"нә рәхим итегеҙ!

Ҡунаҡтар өсөн халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Наҙгөл Ибраһимова, «Атмосфера» төркөмө һәм «Наза» халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ «Сәнғәт төнө-2022» сараһын джаз йырсыһы Алла Ибраһимова, скрипкасы Азалия Ҡотоева, Өфө балалар филармонияһының ветерандары хоры, «DIVITIA» заманса һәм эстрада бейеүҙәр үҙәге, Башҡорт дәүләт медицина университетында сит илдән килеп белем алған студенттарҙың сығышы биҙәйәсәк.

Оҫталыҡ дәрестәренең дә һәр кемдең күңеленә хуш килгәнен һайлап алыу мөмкинлеге буласаҡ. Рәссам Гөлнара Иҙиәтуллина аквагрим буйынса, Рәсәй рәссамдар ағзаһы Әлфиә Бикбулатова кейем һәм шопперҙарҙы биҙәү, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәрен әҙерләү һәм һыуыҡ фарфорҙан сәскәләр эшләү кеүек оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары ла үҙҙәренең оҫталыҡ дәресен һәм уйын программаһын тәҡдим итәсәк, тип Милли музейҙың матбуғат хеҙмәте барыһын да Башҡортостандың Милли музейында уҙасаҡ "Сәнғәт төнө"нә саҡыра: "Һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ. Йылдың иң күркәм мәҙәни сараһын бергә үткәрәйек!"

Сараның ойоштороусылары: Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Рәсәйҙең «Мәҙәниәт. РФ» мәҙәни мираҫ һәм йолалар порталы.

Фото: museumrb

"Сәнғәт төнө"нә рәхим итегеҙ!
"Сәнғәт төнө"нә рәхим итегеҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: