Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2022, 13:19

Радий Хәбиров - яҡшы иҫәптә

"Рейтинг" мәғлүмәт коммуникациялары үҙәгенең исемлегендә күренеүенсә, Башҡортостан Башлығы ярайһы баһалы урында.

Радий Хәбиров - яҡшы иҫәптә
Радий Хәбиров - яҡшы иҫәптә

"Милли рейтинг" Рәсәй субъекттары етәкселәре эшмәкәрлегенә бәйле тикшереүҙәр үткәргән. Уға ярашлы, сентябрь-октябрҙәге һөҙөмтәләр күрһәтелгән.

Иң тәүге өсәү исемлегендә - Мәскәү мэры Сергей Собянин, Тула өлкәһе губернаторы Александр Дюмин һәм Чечня башлығы Рамзан Ҡадыров.

Беҙҙең республика Башлығы Радий Хәбиров - 18-се урында. Ул үткән рейтингҡа - июль-августыҡына - ҡарағанда, позицияһын күтәргән. Алтай, Тыва, Хакасия башлыҡтары исемлектең аҙағында.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, Радий Хәбировтың бер урынға өҫкә күсеүе республикалағы социальүиҡтисади күрһәткестәрҙең ыңғай динамикаһы, ҡапыл бар булған янауҙарға һөҙөмтәле реакцияһы булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, өлөшләтә мобилизация буйынса беҙ арыу ғына ойошҡанлы эшләнек.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: