Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2022, 09:08

Милли проектта ҡатнашыу етештереүсәнлеккә ыңғай йоғонто яһай

Бөрө һөт продукттары комбинаты "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашып, етештереү күләмен һәм сифатын күтәргән.

Милли проектта ҡатнашыу етештереүсәнлеккә ыңғай йоғонто яһай
Милли проектта ҡатнашыу етештереүсәнлеккә ыңғай йоғонто яһай
Төбәк компетенциялар үҙәге (РЦК) ярҙамы менән предприятие ультрапастеризацияланған һөт етештереү күләмен 1,5 тапҡырға арттырған. 
Һөттө ҡаптарға ҡойоу автоматы ла эшен тиҙәйткән. Маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн бында өс төп ҡарар ҡабул ителгән: ҡорамалдарҙың туҡталып тороуын кәметеү, фасовка линияһындағы эштәрҙе тиҙләтеү, файҙалы тәҡдимдәр әҙерләү системаһын индереү, шул иҫәптән эшселәрҙе яңы идеяларға дәртләндереү.
Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в