Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2022, 16:34

Мәскәү башҡорттары тел, моң һағында

Дуҫтар, хөрмәтле ата-әсәләр, милләттәштәр, яҡташтар! Беҙ башҡорт этно-мәҙәни клубы тарихының яңы битен яңы уҡыу йылы менән бергә асып ебәрҙек, тип хәбәр итәләр илебеҙҙең баш ҡалаһынан.

Мәскәү башҡорттары тел, моң һағында
Мәскәү башҡорттары тел, моң һағында

Осрашыу – һәр шәмбе сәғәт көндөҙгө 2-лә Ленинская Слобода урамындағы 9-сы йортта.

“Кескәйҙәр төркөмөндә (3 – 6 йәш) беҙ донъя серҙәрен башҡорт теле аша өйрәнәбеҙ. Мәктәп төркөмөндә (6 – 12 йәш) һеҙҙе йыр, бейеү, ҡурай түңәрәктәре, бергәләп төрлө фестиваль, концерттарҙа сығыш яһауҙар көтә. Әйткәндәй, һәр бер уҡыусыбыҙға ярты йылға Аҡбуҙат журналын бүләк итәбеҙ!” – тип яҙалар.

Фото һәм сығанаҡ: Башкиры Москвы (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: